Башҡортостанда уҡ атыу буйынса асыҡ турнирҙа 47 уҡсы ҡатнашты

Башҡортостанда уҡ атыу буйынса асыҡ турнирҙа 47 уҡсы ҡатнашты

Баймаҡ районының Мостафа ауылында Ғата Сөләймәнов исемендәге халыҡ байрамы сиктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған уҡ менән атыу буйынса асыҡ турнир үтте.

Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Учалы, Хәйбулла райондарынан һәм Ишембай, Учалы, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан 47 уҡсы ҡатнашты. Баҫыу шарттарында 40, 70, 90 һәм 150 метр дистанцияларҙа атыу алып барылды.

Ир-егеттәр араһында Сибай ҡалаһынан Хөрмәтулла Таһиров (I урын), Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов (II урын), Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин (III урын) еңеүсе булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Учалы ҡалаһынан Лиана Ихсанова (I урын), Әбйәлил районынан Гүзәлиә Хәлилова (II урын) һәм Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова (III урын) еңеү яуланы.

Турнир сиктәрендә ҡурайсылар конкурсы, көрәш буйынса ярыш һәм традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы.

Сара "Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында һәм "Шәжәрә" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә уҙғарылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb