Башҡортостанда «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ

Башҡортостанда «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ

23 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы үтә.

 

«Ҡурай даны» милли телепремияһы 2018 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Курай-ТВ» музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысы менән булдырылған. Эштәрендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм асыҡлау, шулай уҡ башҡорт телен,  мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереү  - төп маҡсат булып тора.

 

Награда үҙ эшенең ысын оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға тапшырыла.

 

«Ҡурай даны» телепремияһы быйыл өсөнсө тапҡыр тапшырыла. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнәсәк: “Йыл эшҡыуары”, “Ҡул оҫтаһы”, “Ер кешеһе”, “Миһырбанлы ғаилә”, “Һөнәр оҫтаһы”, “Алдынғы йәш замандашыбыҙ”, “Клубтың Иң яҡшы клуб мөдире”. Быйыл “Ҡул оҫтаһы” номинацияһы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым бирелә.

 

Премияға Башҡортостандың бөтә райондарынан тиҫтәләрсә кеше дәғүә итә. Беренсе тур йомғаҡтары буйынса комиссия үҙенә күрә «мини-фильмдар» төшөрөлгән иң лайыҡлыларын һайлап алды. Һәр ҡатнашыусы тураһында ун биш минутлыҡ тапшырыу Ҡурай-ТВ һәм БСТ каналдарында күрһәтелә.

 

- Ошо тапшырыуҙарҙың геройҙары - үҙ тыуған яғында һәләттәре менән танылған һәм изге хеҙмәт күрһәткән төрлө һөнәр эйәләре. Эшмәкәрлектәре хаҡындағы һәр фильм - уларҙың абруйын һәм республикабыҙ тормошона индергән өлөшөн таныу ул. Беҙ иһә бындай геройҙар тураһында күберәк кеше белһен өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Йыл һайын иң-иңдәргә «Ҡурай даны» миҙалын тапшырабыҙ. Бындай кешеләр айырым иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ, тип иҫәпләйем, - ти “Ҡурай ТВ” каналы етәксеһе Рита Өмөтбаева.

 

«Ҡурай даны» геройҙары тураһында фильмдар авторы, тележурналист Рәйсә Ҡазбулатова ошо фильмдарҙың һәр геройының үҙенсәлекле булыуын айырып әйтте.

 

- Республикала ғәжәйеп кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, “Миһырбанлы ғаилә” номинацияһы өсөн телеканал Краснокама районынан 17 бала тәрбиәләгән яңғыҙ әсә тураһында фильм төшөрҙө. Был ҡатын хәл иткән мәсьәләләр менән сағыштырғанда, беҙҙең бөтә проблемаларыбыҙ ҙа ваҡ нәмә булып күренә. Ундай кешеләргә ҡарап йәшәүгә көс алабыҙ. Һәр фильмды яратып төшөрәбеҙ, барлыҡ ҡатнашыусылар тураһында ла һөйләге, күрһәтке килә, - тип билдәләне Рәйсә Казбулатова.

 

Заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре 23 апрелдә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһында билдәле буласаҡ. Кесе Ватаныбыҙ геройҙарына ихтирамын белдерергә Башҡортостандың һәм Татарстандың сәхнә йондоҙҙары килә. Тантаналы саранан репортаж Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡурай-ТВ телеканалдарында күрһәтелә.

Башҡортостанда «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ
Башҡортостанда «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb