Башҡортостанда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә

Башҡортостанда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссия балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итеү тураһында иғлан итте.

Эштәрҙе 2021 йылдың 11 февраленә тиклем тапшырырға мөмкин. Конкурс эштәре ҡабул итеү ваҡытына тиклем кәмендә бер йыл элек айырым китап итеп сығарылған, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки башҡа ысул менән нәшер ителгән әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре булырға тейеш.

Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә.

Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75.

Положение менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте сайтында танышырға мөмкин: https://glavarb.ru/rus/president/komissiya-pri-glave-rb-po-prisuzhdeniyu-gospremii-rb-imeni-khadii-davletshinoy/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb