Тәтешле районының Күрҙем ауыл биләмәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуған арналған "Күрҙем шишмәләре" шиғриәт фестиваль-конкурсы иғлан итә.
Конкурс өс йүнәлештә ойошторола:
- үҙең яҙған шиғырҙар,
- шиғыр һөйләү,
- Әнғәм Атнабаев шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыу.
Заявка һәм видеоларҙы 13 февралгә тиклем ебәрергә кәрәк. Икенсе турға сығыусылар Тәтешле районында үтәсәк Гала-концертта ҡатнашасаҡ.
Конкурстың шарттары тураһында тулыраҡ Ҡаһи Әүхәтов исемендәге Иҫке Күрҙем ауылы моделле китапханаһы сайтында уҡырға мөмкин: https://kurdym-lib.ru/news/2023/01/802/