Башҡортостандан 14 меңдән ашыу бала "Пушкин картаһы"н рәсмиләштергән

Башҡортостандан 14 меңдән ашыу бала "Пушкин картаһы"н рәсмиләштергән

14-22 йәшлек 14 меңдән ашыу бала Башҡортостан Республикаһында "Пушкин картаһы"н рәсмиләштергән. Был хаҡта Хөкүмәттәге аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.

Шулай уҡ ул, Башҡортостан Республикаһында "Пушкин картаһы" программаһын тормошҡа ашырыуға 21 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы ҡушылды, тип хәбәр итте. Улар араһында 17 театр-концерт ойошмаһы һәм 4 филиал менән музей бар. Артабан программаға республиканың муниципаль һәм шәхси мәҙәниәт учреждениелары ҡушыласаҡ. Шулай уҡ ваҡиғалар афишаһы булдырылған.

Бөгөнгө көнгә республиканың учреждениелар 300-ҙән ашыу ваҡиға тәҡдим иткән - улар 250-нән ашыу спектакль һәм концерт, 70-тән ашыу күргәҙмә, мәҙәни-белем биреү саралары. Был исемлек даими киңәйтеләсәк.

Афишаға алдан төбәк Эксперт советы хуплаған ваҡиғалар инә. Унда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы, Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы вәкилдәре инде.

"Пушкин картаһы" буйынса, программала ҡатнашыусы мәҙәниәт ойошмалары сайттарында, шулай уҡ "Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт" һәм "Почта.Онлайн" мобиль ҡушымталарында ниндәй спектаклдәр, күргәҙмәләр һәм концерттар хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыла.

"Беренсе этапта - 2021 йылдың 1 сентябренән 31 декабренә тиклем - картала 3 мең һум, киләһе йылда сумманы 5 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана", - тип өҫтәне Әминә Ивний ҡыҙы.

Билдәле булыуынса, "Пушкин картаһы" программаһының тәүге көнөндә үк республика мәҙәниәт учреждениеларына тәүге билеттар һатып алынған. Республика Хәрби дан музейында программаның тәүге ҡулланыусыһы бүләккә музейҙың тематик сувенирҙары алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙә Рәсәйҙә "Пушкин картаһы" яңы федераль проекты старт алды. Уны ағымдағы йылдың июнь аҙағында йыл һайын тура бәйләнеш ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин ғәмәлгә ашыра башланы. "Пушкин картаһы" - ул мәҙәниәт учреждениеларында мәҙәни сараларға билеттар һатып алғанда ғына түләнәсәк "Мир" түләү системаһының банк картаһы. Карта бөтә Рәсәй биләмәһендә эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb