Башҡортостандан 4 йәш яҙыусы “Мцыри” бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашасаҡ

Башҡортостандан 4 йәш яҙыусы “Мцыри” бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашасаҡ

Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала Мцыри” Халыҡ-ара йәш шағирҙарҙың  асыҡ фестиваленең төбәк туры үтте. Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау этабында  Башҡортостан данын Вета Евстафьева, Диана Вильданова, Кира Любименко һәм Эвелина Манюхина яҡлаясаҡ. Улар 23 финалист араһына инде.

Конкурстыңң төбәк турына 150-нән ашыу эш ҡабул ителде. Ҡатнашыусыларҙың йәше 14-тән 27 йәшкәсә. Рус телендә ижад итеүсе йәш авторҙар шиғыр, проза, эссе, хикәйәләр, әкиәттәр әҙерләгәйне.

“Мцыри” фестивале 2004 йылдан алып йыл һайын үткәрелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb