Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
«"Телешко" телевизион мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ғәйнуллинды ҡотлайым. Өфө уҡыусыһының проекты Мәскәүҙә барған беренсе Халыҡ-ара балалар форумындағы "Мәҙәниәт министры менән диалог" майҙансығында иң яҡшыһы тип танылды. Ул Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан финанс ярҙамы аласаҡ.
Арсенийҙың “Волга буйында эшләнергә тейешле 100 әйбер” проекты үҙенсәлекле. Был идеяға ярашлы, беҙҙең округтың иҫтәлекле урындары тураһында балалар үҙҙәре башҡа балаларға һөйләй ала. Ольга Борисовна Любимова проектты хупланы. Беҙгә лә идея оҡшай. Уңыштар!» – тип яҙҙы Радий Хәбиров.