Былтыр ноябрҙә старт алған телевизион проекттың маҡсаты - бер быуат эсендә республика үҫешенә тос өлөш индереүселәр араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү.
Конкурс комиссияһы һайлап алған 200 кандидат араһынан 100 шәхес өсөн тауыш биреү, 24 декабрҙән Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иғлан ителгәйне.
Күләмле проект киң яҡлы эшмәкәрлеге, ижады менән тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр өсөн тауыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ул республиканың 100 йыллығына арнала һәм 2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыла. Телевизоор ҡараусылар шәхестәрҙең исемдәрен беҙҙең сайтта урынлаштырлған анкетаға тултырҙы. Һуңынан ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм спортсыларҙан төҙөлгән махсус комиссия 200 кандидатты һайлап алды. Уларҙың исемлеген Башҡортостан юлдаш каналының рәсми сайтында табырға мөмкин. Тауыш биреү 31-се ғинуарҙа тамамлана. Иң күп тауыш йыйған 100 шәхес тураһында фильмдар төшөрөү күҙаллана.
Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БСТ телеканалы сайтында.