«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале тамашасыларына хәҙерге аттарҙың ҡырағай тоҡомона арналған «Тарпандар» хореографик композицияһы менән башланып китте.
Был композиция өсөн Башҡортостандың 150 иң яҡшы бейеүселәре саҡырылған.
Фестиваль программаһының биҙәге булған композицияла 150 солист, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зәйнетдин, Азат Юланов, Рәмил Мостафин, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов ҡатнашты.