«Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин мәрхүм булды

«Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин мәрхүм булды

Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе, кисә -13 март көнө, Өфөлә Башҡортостан радиоһының күренекле алып барыусыһы, «Башҡортостандың алтын тауышы», республиканың халыҡ артисы Әхәт Мортазин баҡыйлыҡҡа күсте.

Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылда Учалы районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. Тыңлаусылар уның матур, бәрхәт тауышын яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар буйынса белде, ул күп кенә ваҡиға урындарынан, байрамдарҙан, хөкүмәт сараларынан һәм концерттарҙан тура эфир алып барҙы.

Хәләл ефете, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Һөнәрҙәштәренә ул өйрәтеп ебәрергә, кәңәш менән ярҙам итергә һәм тәжрибә уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер булған уҡымышлы, изге күңелле өлкән дуҫ булараҡ хәтерҙә ҡалды.

“Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb