Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡ

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин  Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡ

Киң билдәле музыкант — кларнетсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин  6 февралдә МәскәүҙәЧайковский исемендәге концерт залында сығыш яһаясаҡ. Концерт Мәскәү дәүләт академия филармонияһының «XXI быуат йондоҙҙары» абонементы сиктәрендә үтә.

Шулай уҡ концертта халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, скрипкасы Иван Почекин, пианинола уйнаусы Дмитрий Шишкин һәм Е.Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры (дирижер Дмитрий Крюков) ҡатнашыуы көтөлә.

Артур Нәзиуллин – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «XXI быуат йондоҙҙары» программалары солисы, Мәскәү өлкә филармонияһы солисы, Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фонды директоры.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb