Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин вафат

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин вафат

Бөгөн Өфөлә 49-сы йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин ҡапыл арабыҙҙан китте. Был хаҡта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. 1996 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылдан алып бөгөнгәсә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 26 йыл эсендә Хәким Фәрит улы сәхнәлә бихисап ролдәр башҡарҙы, “БСТ”, “Тамыр” телеканалдары ижад иткән фильмдарҙа төштө. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Актер менән хушлашыу иртәгә - 13 июнь көндөҙгө 2-лә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.

Хәким Мортазин 14 июндә тыуған яғы Ейәнсура районы Яңыбай ауылында ерләнәсәк. Хәким Фәрит улы тураһындағы яҡты иҫтәлек тамашасылар күңелендә мәңге һаҡланыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb