Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙинға – 60 йәш

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙинға – 60 йәш

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театрын ойоштороусы, данлыҡлы «Бөрйән егеттәре», «Порт Артур», «Джигитовка» һәм башҡа бейеүҙәрҙең авторы һәм ҡуйыусыһы.

Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин 1963 йылдың 13 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында тыуа. 1991 йылда ГИТИС-ты тамамлай (педагогы Е.П. Валукин). 1980-1989 йылдарҙа – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 йылдан – художество етәксеһе.

Һәләтле балетмейстер – Стәрлетамаҡ филармонияһының Бейеү театрын ойоштороусыларҙың береһе, 2001-2007 йылдарҙа коллективтың балетмейстеры. Бөгөн ул республикабыҙ район һәм ҡалаларында йәш быуынға башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә.

Хәлил Ишбирҙиндың бейеү сәнғәтенә тасуирлау сараларының байлығы, дәрт, сағыу темперамент хас. «Бесәнселәр», «Бөркөткә һунар уйыны», «Бүләк», «Гөлнәзирә», «Кейәү» һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡарыусы.

Хәлил Әнүәр улының постановкаларында башҡорт халҡының йолалары, тарихы, художестволы традициялары сағылдырылған. Ул ҡуйған бөтә бейеүҙәр туған халҡының тарихи ваҡиғаларын һәм легендаларын, милли характер тәрәнлеген асып бирә. Ул – «Ҡыҙ урлау», «Бөрйән», «Инсебикә», «Арҡайым» хореографик спектаклдәрен һәм «Порт Артур», «Анархия», «Аулаҡ», «Башҡортостан», «Бөрйән егеттәре», «Далаһың ҡурсаҡ» кеүек  30-ҙан ашыу бейеүҙең авторы.

Хәлил Ишбирҙиндың постановкалары республикала һәм унан ситтә бик күп коллективтар репертуарында бөгөн дә айырым урын биләй. Ысын мәғәнәһендә сикһеҙ талантлы, хореографияла айырым биләгән, милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бөйөк кеше.

2021 йылда Хәлил Ишбирҙин «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсында иң яҡшы бейеү ҡуйыусы тип билдәләнде.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы Хәлил Әнүәр улын юбилейы менән ҡотлай һәм сағыу идеялар, бәхетле тормош һәм ныҡлы һаулыҡ теләй.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙинға – 60 йәш
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙинға – 60 йәш
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙинға – 60 йәш

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb