20 ғинуар көнө Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында талантлы ҡурайсы, республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов үҙенең «20 йыл бергә!» тип исемләнгән юбилейын билдәләй.
Уның үҙенә генә хас моңо, уйнау алымдары, нескә һәм үҙенсәлекле техникаһы, бер һүҙ менән әйткәндә, мәшһүр музыканттарға хас булғанса, ҡабатланмаҫ үҙ ижади йөҙө бар. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның сығыштары концерттарҙы биҙәй, йәм өҫтәй. Был ҡурайсының оҫталығын, уның тамашасыға башҡорт халҡының ижади ҡомартҡыларын, сәнғәтен еткерә алыуын таныу ҙа.
Тамашала талантлы ҡурайсының ижадташ дуҫтары: Хәлит Фәтихов, Фирдүс Шәрәфуллин, Рэм Гәрәев, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Ғәли Алтынбаев, Илшат Яхин, Индира Әсәҙуллина, Лилиә Ишемйәрова, Сәйҙә Ильясова, Римма Амангилдина, Миләүшә Хәйбуллина, Гүзәл Үмәрғәлина, Фларида Иркина, Эльмира Юлдашева, Зөлфир Басыров, «Карауан» эстрада төркөмө, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар квинтеты һәм Башҡортостандың башҡа сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Юбилей тамашаһы киске сәғәт 6 –ла башлана.