Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова «Бала өмөтө» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итә

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова «Бала өмөтө» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итә

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һандуғасы, үҙенсәлекле моң эйәһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова «Бала өмөтө» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итә. Йырҙы Белорет районынан үҙэшмәкәр композитор Сәйфулла Ғайсин ижад иткән. Әйткәндәй, йырҙың һүҙҙәренең авторы ла ул үҙе.   

Был йырҙы миңә «ДӘРТ» тауыш яҙҙырыу студияһы директоры Илшат Абдрахманов тәҡдим итте. Илшат республикабыҙҙа оҫта музыкант, хәйриә концерттар ойоштороусы булараҡ яҡшы билдәле. Үҙем өс бала әсәһе булараҡ, шиғырҙы ҡулыма алыу менән әҫәр күңелемә үтеп инде. Шуға ла йырҙы яҙҙырғанда бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуманы. Әйткәндәй, балалар темаһына мин икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итәм. 90-сы йылдарҙа минең репертуарымда Ришат Сәғитовтың «Рәнйетмәгеҙ сабыйҙарҙы» йыры урын алған ине. Ә бөгөнгө «Бала өмөтө»н бөтөнләй башҡаса ҡабул иттем һәм башҡарҙым, ти йырсы.

Лилиә Ишемйәроваға артабан да ижади уңыштар һәм юғары үрҙәр теләйбеҙ

Йырҙы бәйләнештәр селтәрендә беҙҙең төркөмдә тыңлай алаһығыҙ.  

Һылтанма: https://vk.com/bashgf

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb