Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов “25 йылдың иң яҡшыһы” концерт программаһын тәҡдим итте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов “25 йылдың иң яҡшыһы” концерт программаһын тәҡдим итте

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов 45 йәшлек юбилейы айҡанлы “25 йылдың иң яҡшыһы” концерт программаһы менән сығыш яһаны.   Тамашасы Сәғиҙулланы һағынған, зал шығырым тулы булды. Артисты тәбрикләп Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов сығыш яһаны һәм төбәк парламентының Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ концертта Сәғиҙулланың дуҫтары Айҙар Ғәлимов, Ян Лира, Саша Невский, Рәил Өмөтбаев, Гүзәл Аҫылбаева, Илнур Рамазанов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Мәскәүҙән Айрат Мусин, Анжелика Якусева сығыш яһаны. “Реннесанс” коллективының бейеүҙәр байрам биҙәге булды. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb