Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе, кисә 8 ноябрь көнө билдәле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәшфелғилем Ғәҙелшин вафат булды.
Кәшфи Фәйрүш улы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында 12 йыл дауамында хеҙмәт иткән режиссер ине. 1950 йылдарҙың аҙағында актер булып эшләй, 1960 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры режиссеры булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
Шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан республикалары телевидениеһын ойоштороуҙа ҙур көс һалған шәхестәрҙең береһе була ул.
Кәшфелғилем Ғәҙелшин менән хушлашыу, бөгөн 9 ноябрь көнө 10.30 сәғәттә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры фойеһында үтәсәк.