Дәүләкән районы Мәҙәниәт йортоноң Ҡыҙрас филиалында табын ырыуы вәкилдәренең дә фекерҙәштәренә әйтер һүҙҙәре етерлек ине.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: ғалим, БДПУ профессоры Әхмәт Хәжиәхмәт улы Дәүләтҡолов, «Табын ырыуы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, табындарҙың IV йыйынын ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Рәйлә Камил ҡыҙы Вәхитова, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе З.Н. Ғайсиндың ҡатнашыуы уның мөһимлегенә раҫлау булды.
Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов биләмә халҡының йәшәйеше, көнкүреше менән таныштырып үткәндән һуң, Өфөнән килгән ҡунаҡтар тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп, табын ырыуы, башҡорт халҡының үткәне тураһында һүҙ алып барҙы.
Сара һуңында табын ырыуының резолюцияһы ҡабул ителде, биш кешенән торған ойоштороу комитеты һайланды.
Сығанаҡ: http://bash.asilikyl.ru/