Республика Халыҡ ижады үҙәге муниципалитеттарға методик ярҙам маҡсатында ошондай ҡарар сығарған. Исемлеккә 6 район индерелгән. Тәүге семинарҙар бөгөн башлана. Саҡмағошта 10 көн дауамында Күгәрсен районы мәҙәниәт һарайындағы коллектив етәксеһе Линар Сәйфетдинов оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Иглинда иһә “Мираҫ”ансамбле ҡурайсыһы Юнир Һағынбаев эшләйәсәк. Апрель айында семинарҙар шулай уҡ Яңауыл, Балаҡатай, Асҡын, Шаран райондарында ла уҙғарыла, тип хәбәр итәләр Халыҡ ижады үҙәгенән. Башҡортостан бер-нисә мөһим сараға әҙерләнә. Улар араһында "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале - "Өфө Ҡурайфест", Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамы, Йомабай Иҫәнбәев призына республика конкурсы һәм башҡалар бар. Райондарҙағы методик ярҙам һәм семинарҙар ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар һанын да арттырыр, тип көтөлә.