Башҡортостандың Дәүләт байрағы көнө

Башҡортостандың Дәүләт байрағы көнө

24 йыл элек, 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡортостан Республикаһының рәсми символдарының береһе – яңы байраҡ раҫланды. Байраҡтың авторҙары – Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһында законында байраҡтың төҫтәренең мәғәнәһе асыла: йәшел төҫ – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ – уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын, ғәҙеллекте, күк йөҙөн белдерә. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb