Күптән түгел, 12 октябрь көнө Башҡортостандың халыҡ артискаһы, Бәҙәр Йосопова исемендәге театр премияһы лауреаты Рәмилә Хоҙайғоловаға 75 йәш тулды.
Башҡорт һәм татар драматургтары, рус һәм сит ил классиктары спектаклдәрендә онотолмаҫлыҡ, бер –береһенә оҡшамаған, төрлө холоҡ -фиғелле ҡатын –ҡыҙҙарҙы һынландырған актрисаның башҡорт театры сәнғәтендә ҡабатланмаҫ үҙ йөҙө бар.
Ул 50 йылдан ашыу Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына тоғро , 75 йәшен тултырыуына ҡарамаҫтан, ул һаман сәхәнәлә, уның һәр сығышын тамашсылар йылы ҡаршылай, образдарҙы оҫта кәүҙәләндерә алыуы, һәр бер күрнеште ентекләп эшләүе, ихласлығы менән театр һөйөүселәрҙең күңелен яулаған актрисаларҙың береһе. Матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!