Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың бенефисына рәхим итегеҙ

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың бенефисына рәхим итегеҙ

6 апрель М.Ғафури исменедәге башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтәсәк. Актрисаның матур ғүмер байрамына арналған кисә тамашасыларҙың күңел байрамына әйләнәсәк.

Тамашала - спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-моң, юмор, ҡотлауҙар.

Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһендә танылған сәхнә йондоҙҙары: Юнир Ҡоланбаев, Нурия Ирсаева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Алһыу Бәхтиева, Гөлфиә Рафиҡова, Артур Кәбиров һәм дә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының башҡа йондоҙҙары ҡатнашасаҡ.

Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы 1947 йылдың 18 авгусында 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, ә 1999 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

1966 йылда Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында эшләй башлай, 1971—1975 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында Гәлиәскәр Камал исемендәге татар академия театрында эшләй.

Амплуаһы — драматик геройҙар, әбейҙәр ролдәре. Шиғырҙар яҙа. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында М. Т. Әбүзәровтың «Ыҙан» («Межа»; 1996), Башҡорт драма театрында Илшат Йомағоловтың «Сәсәндәр»; А. И. Йомағолов менән баргәләп, 2005) спектаклдәрен ҡуя. Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы хәҙерге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында эшләй. Ғаиләһе: ире Илшат Йомағолов — Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры артисы, улы Айсыуаҡ Йомағолов— Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, режиссёры; 2010 йылда Башортостан Республикаһының кинематографистар Союзы етәксеһе итеп һайланған.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре:

Нәркәс («Нәркәс» пьесаһы, И. Х. Йомағолов; 1967), Зөбәржәт һәм Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!» — «Не бросай огонь, Прометей!»; икеһе лә — Мостай Кәримдеке), Хәҙисә («Ҡыҙыл паша» — «Красный паша» Нәжиб Асанбаев), Һәҙиә («Һәҙиә», Ғәзим Шафиҡов), Юлбикә(«Башҡорт туйы»), Әнисә («Гармунсы дуҫ» — «Друг мой, гармонист» Назар Нәжми), Саша («Ивановтың фажиғәһе» — «Иванов», А. П. Чехов), Дадун («Борсолма, әсәй!» шул уҡ исемдәге роман буйынса, Н. В. Думбадзе), Сәсәк («Ҡол Ғәли», Н.Фәттәх), Артыҡбикә («Ағиҙел» шул уҡ исемдәге повесть буйынса, М. Әмир) һәм башҡалар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb