Күптән түгел, М.Ғафури исменедәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтте.
Актрисаның матур ғүмер байрамына арналған кисә тамашасыларҙың күңел байрамына әйләнде. Тамаша - йыр-моңға, юморға, ҡотлауҙарға бик бай булды. Рәмзиә Ислам ҡыҙының яҙған шиғырғар шәлкемен кисә барышында театр артистары уҡып ишеттерҙе.
Юбилярҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниет минстры урынбаҫары Рәйес Алтынбаев, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Йомабикә Ильясова һәм Әмир Ишемғолов, актрисаның туғандары, яҡташтары, һабаҡташтары, коллегалары йыйылды. Туған театры исеменән йылы ҡотлау һүҙҙәрен художество етәксеһе Олег Ханов еткерҙе.
Кисәне танылған сәхнә йондоҙҙарының сығыштары биҙәне.