Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева күркәм юбилейын билдәләне

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева күркәм юбилейын билдәләне

16 февраль көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
“Шатлыҡтарҙы бүлешкән һайын улар арта бара” – тигән халыҡ шағиры. Сара Әбделхәй ҡыҙы ла ғүмеренең матур миҙгелен үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр һәм дә мөхәббәт һүҙҙәре бары тик Сара Әбделхәй ҡыҙына бағышланды.
Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе уның ижадташтары Сәғиҙулла Байегетов, Рәсүл Ҡарабулатов, Илдар Ғүмәров, Хөрмәтулла Үтәшев, Фирҙәт Ғәлиев, Шәһит Хамматов, Светлана Хәкимова,  Әлим Ҡәйүмов, Илшат Мөслимов, Хәсән Усманов, Венер Камалов, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары һәм дә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштары менән үрелеп барҙы.  Сара Әбделхай ҡыҙы М.Кәрим, А.Игебаев, Г.Хәлфетдинова һәм дә С.Тотманова шиғырҙарын уҡыны.
Актрисаның туған театры исеменән художество етәксеһе Олег Ханов Сара Буранбаеваға ҡоростай һаулыҡ, бәхеттәр, шатлыҡлы көндәр һәм яңы-яңы матур ролдәр теләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb