Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаеваның юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаеваның юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ

Бөгөн-16 февраль,  М. Ғафури исмемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе үтәсәк.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева сығышы менән Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан, ялан яҡтары, ҡылғанлы дала араһында ятҡан был бәләкәй генә ауылдан бар халыҡҡа танылған, ҙур шәхестәр сыҡҡан – Рәмил Ҡолдәүләт, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Сара Буранбаева ла улар араһында.

А. Лощенков һәм В. Корякин етәкселегендәге Эксперименталь курсҡа уҡырға алалар уны – Башҡортостандан ғына түгел, Ижау, Мәскәү өлкәһе ҡалаларынан килгән рус һәм башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары уҡыған төркөмгә эләгә ул. Уның уҡытыусылары - билдәле шәхестәр –Анатолий Лощенков, Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина.

Ижад юлын М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында (элекке Йәш тамашасы театры) башлай, унда туғыҙ йыл эшләгәс, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡыралар.

Башдрамтеатр сәхнәһендә Һомай, Аҡйондоҙ, Гөлнәзирә, Тәңкәбикә, Фәғилә һәм башҡа ролдәрҙә тамашасы уны яратып ҡабул итте. Ә күптән түгел “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г. Яхина, режиссеры Айрат Абушахманов) спектаклендә Убырлы ҡарсыҡ ролен башҡарып, йәнә бер тапҡыр театр йәмәғәтселеген шаулатты.

Театр сәхнәһенән тыш кино сәнғәтендә лә Сара ролдәр сығарҙы. Кинорежиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов төшөргән “Һарығолаҡ” һәм “Миҙал” фильмдарында һәм “Ай ҡыҙы” телесериалында, Әмир Абдразаҡовтың Зәки Вәлиди тураһындағы фильмында ҡатнаша, Булат Йосоповтың “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” фильмында Кесе инәй ролендә тамашасылар алдына баҫты.

Төрлө кисәләрҙә алып барыусы ролендә лә күрәбеҙ Сара Әбделхәй ҡыҙын – тура эфирҙар алып барҙы, бөтәһе лә яратып өлгөргән “Башҡорт йыры” йыр-фестиваленең алып барыусыһы булараҡ тә тамашасы күңелен яуланы. Хөкүмәт кимәлендә уҙғарылған сараларҙы, театрҙа үткән концерт, кисәләрҙе алып барыуға ла ул маһир. “Ҡайҙа ҡуйһаң – шунда биҙәк ул Сара” тип әйтеүселәр мең тапҡыр хаҡлы!.. Ул – кисәнең йәме, рухы, ҡото…

“Шатлыҡтарҙы бүлешкән һайын улар арта бара” – тигән халыҡ шағиры. Сара Әбделхәй ҡыҙы ла ғүмеренең матур миҙгелен дуҫтары, яҡындары менән бергә ҡаршы ала. Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе уңайынан театрлаштырылған-музыкаль тамашала Сәғиҙулла Байегетов, Рәсүл Ҡарабулатов, Илдар Ғүмәров, Хөрмәтулла Үтәшев, Фирҙәт Ғәлиев, Шәһит Хамматов, Светлана Хәкимова, Илшат Мөслимов, Хәсән Усманов, Венер Камалов, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары ҡатнашасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb