Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдиноваға 70 йәш тулды

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдиноваға 70 йәш тулды

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдиноваға 70 йәш тулды.

Йырсы хеҙмәт юлын хор капеллаһында башлаған. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Бөтә Советтар Союзы буйлап гастролдәрҙә була. Һуңғы йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһында уҡыта. Йырсы  40 йылдан артыҡ сәхнәлә эшләй, ижад итә, уның йөҙҙән артыҡ береһенән–береһе матурыраҡ, моңлораҡ йырҙары бар.

Йырсы башҡарыуында “Бер йырлап уҙам әле”, “Әсәйемдең мамыҡ шәле”, “Ялан сәскәләре”, “Бер-бер артлы йылдар уҙа” тигән йырҙар интернет киңлектәренлә лә киң таралған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb