Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, педагог Азат Нәҙерғолов вафат

Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, педагог Азат Нәҙерғолов вафат

Өфөлә 61-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, педагог Азат Нәҙерғолов вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу 2 мартта Мостай Кәрим исемендәге РБ Милли йәштәр театрында сәғәт 12-лә уҙа.

Азат Нәҙерғолов 1962 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамлаған, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булып хеҙмәт юлын башлаған. 1987 йылда данлыҡлы Дәүләт театр сәнғәте институтының (ГИТИС) режиссерлыҡ факультетына, танылған режиссер-педагог Анатолий Васильевтың оҫтаханаһына уҡырға игән.

1992 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлағандан һуң режиссер, 1997-2000 йылдарҙа М.Ғ афури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе була (1993-1997). 1997 йылда театр Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә һәм А. Нәҙерғолов 2000-2004 йылдарҙа БР Милли йәштәр театрының художество етәксеһе була. Өфө дәүләт сәнғәт институтында режиссер һәм уҡытыусы эшен алып бара (режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры).

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb