Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов мәрхүм булды

Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов мәрхүм булды

Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат башҡорт драма театры артисы Рим Зыязетдинов арабыҙҙан китте, ағымдағы йылдың19 апрелендә актерға 65 йәш булыр ине.

Зыязетдинов Рим Сәләх улы Башҡортостандың Миәкә районы Богдан ауылында тыуған. 1972 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына ҡабул ителә. 1983 йылда - «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», 2004 йылда - «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемдәренә лайыҡ була.

Театрҙа эшләгән осорҙа актер 70-тән артыҡ роль башҡарып өлгөргөн.

Актер менән хушлашыу Салауат башҡорт драма театрында иртәгә- 13 мартта, көндөҙгө сәғәт 12-лә уҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb