28 октябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡмановтың юбилей кисәһе уҙа. Ул 30 йылдан ашыу сәхнәлә ижад итә.
Рәил Лоҡманов Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театрын ойоштороуҙа ҡатнашты һәм бөгөн коллективтың тәүге ир-егеттәр составынан берҙән-бер вәкил булып тора. Башҡорт халҡының бейеү традицияларын йәш быуынға тапшырыуҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Артистың визит карточкаһы – ҙур уңыш яулаған «Ҡара тауыҡ», «Башҡорт казачийы», «Дала сыңы» яңғыҙ бейеүҙәре. Бейеүҙәге образдарға инеү һәләте Рәил Рәйес улына геройҙың характерын сағыу һәм ышаныслы итеп сағылдырырға мөмкинлек бирә.
«Бейеп үтәм тормош юлдарын!» концерт программаһында юбиляр ҡатнашлығындағы билдәле хореографик композициялар тәҡдим ителәсәк. Байрам концертында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры коллективы һәм «Торатау» балалар өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша. Рәил Рәйес улын ҡотларға Өфөнән коллегалары - Башҡортостандың халыҡ артистары Рәсүл Ҡарабулатов, Миңзифа Исҡужина, Артур Туҡтағолов, республиканың атҡаҙанған артистары Диана Ишниязова, Заһир Иҫәнсурин, Заһир Зәйнетдинов, шулай уҡ «Ҡаруанһарай» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле киләсәк.
Филармонияның художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина. Бейеү театрының баш балетмейстеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова.
Концерт 19:00 сәғәттә башлана.
Билеттарҙы кассала һәм СГТКО сайтында һатып алырға мөмкин.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.