Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваға 70 йәш

Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваға 70 йәш

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваға 70 йәш тулды. Актриса Ишембай районы Байғужа ауылында тыуған. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы педагогы. Байтаҡ ғилми хеҙмәттәр һәм әсбаптар авторы. Артист уйнаған образдар сатира һәм юморға бай булыуы менән айырылып тора.

- Театр - ул минең булмышым, тормошом. Инде 45 йыл ғүмеремде ошо театр сәнғәтенә арнаным. Хәҙер үҙем театр актерҙары әҙерләшәм. Төрлө ролдәрҙе уйнарға тура килде. Бөгөнгө заман актеры һәр төрлө ролде башҡара алырға тейеш тип ҡарайым.  

28 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилейы айҡанлы “Иң бәхетле төн”  мелодрамаһы ҡуйыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb