Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа 88 йәш тулған булыр ине

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа 88 йәш тулған булыр ине

2018 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа 88 йәш тулған булыр ине. Ғүмер үтә, баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә икенсе йыл инде.

Абдулхаҡ Игебаев (2 июль 1930 йыл — 27 сентябрь 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының  һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә  Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының  тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды.

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.

1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb