«Шағир көндәлеге» фильмының ижади төркөмө һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған «Килер бер көн...» шиғриәт, йыр-моң һәм кино кисәһенә саҡыра.
Концерт 14 октябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа һәм тура эфирҙа ла күрһәтелә.
Тамашала шағирҙың әҫәрҙәрен республиканың билдәле артистары һәм коллективтары башҡара: легендар «Дәрүишхан», «Карауанһарай» төркөмдәре, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Фәрүәз Урманшин, Азат Йыһаншин, Гөлсөм Бикбулатова, Ринат Фәттәхов ҡатнаша. Йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры һәм Рус драма театры актерҙары халыҡ шағирының шиғырҙарын яттан һөйләй.
Шулай уҡ тамашасылар беренселәрҙән булып «Шағир көндәлеге» фильмының трейлерын күрәсәк.
Фильмдың продюсеры Леонид Филиновтың әйтеүенсә, һәр билет һатып алыусының исеме буласаҡ картинаның титрына индереләсәк.
««Шағир көндәлеге» — республикала дөйөм халыҡ ярҙамы менән сығарылған тәүге фильм. Билет алған тамашасы уның бағыусыһына әйләнәсәк. Халыҡ шағирына – халыҡ фильмы!» - ти продюсер.
Электрон билеттар - Яндекс.Афишала.