Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда уҙғарылған хәтер кисәһе лә төрлө быуын вәкилдәрен йыйҙы.
Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәргә һүҙ биреп өлгөр генә. Әҙәби кисәгә килеүселәрһең һәр береһе әҫәрләнеп, әҙиптең шиғырҙарын тасуири һөйләп ишеттерергә теләне.
Бер майҙанда ҡурай, йыр, шиғыр яңғырай. Йәштәр менән оло быуынды берләштереүсе сара артабан тамаша залында дауам итте. Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға залдағылар ҙа ҡушылып йырланы.
Хәтер кисәһендә Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Ҡыҙҙар-егеттәр әҙиптең тормош юлы һәм ижады менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Уның ил, тыуған тел, милләт яҙмышы хаҡындағы шиғырҙарын яттан белә.
Рәми Ғарипов - ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып, исемен шиғриәттә, халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡалдырған ижадсы. Ойоштороусылар ҙа тамашасыларҙың Рәми Ғариповты яҡын, үҙ кешеһе итеп күреүен билдәләне.
Шағирҙың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан республикала - Рәми Ғариповҡа - 85 аҙым тип аталған әҙәби акция үтте. Ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йылдағыса, шағирҙың тыуған көнөндә «Февраль. Буран» спектаклен ҡуйҙы.
Әйткәндәй, актер Артур Кәбиров үҙенең «Ут биреп торған сағым» тип аталған тәүге концертын Рәми Ғарипов иҫтәлегенә бағышланы. Ә хәтер кисәһендә яңғыраған бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле шиғырҙар, йырҙар төрлө быуын һәм һөнәр эйәләрен, йәштәрҙе берләштерҙе.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash