Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 89 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 89 йыл

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 89 йыл тула. 

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.

Р. Ғарипов 1955 йылда А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай; 1955-1959 йылдарҙа республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1959-1964 йылдарҙа Салауат районында «Йүрүҙән» колхозы, «Һарғамыш» совхозы комсомол ойошмаһы секретары, район гәзитендә бүлек мөдире була. 1964-1966 йылдар — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр; 1968-1972 йылдар — «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретарь булып эшләй.

Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.

Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.

Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.

Рәми Ғариповтың тыуған көнө айҡанлы бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Февраль. Буран” спектаклен күрһәтә. Ул шағир көндәлектәренә нигеҙләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb