Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына 80 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына 80 йыл

Бөгөн, 31 май - шағир, Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосоповтың тыуыуына 80 йыл.

Тимер Йосопов 1938 йылдың 31 майында Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, буласаҡ шағир Ҡыйғы район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны 1967 йылда тамамлағандан һуң Бөрйән районы Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта.

1968 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хеҙмәткәр, 1973—1977 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, 1983—1988 йылдарҙа ижади союздың идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1979 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай.

Тимер Йосопов шиғриәтендә быуындар күсәгилешлеге, заманалар берлеге сағыла.

Әүҙем ижад итеүе 20-се быуаттың 60-сы йылдарында башлана. 1968 йылда «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫтырыла. Был китабындағы шиғыр юлдары аша һуғыш ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан быуын вәкилдәренең әсе яҙмышын һүрәтләй.

1998 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылған «Беште ер еләккәйҙәре» китабы өсөн шағирға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

2003 йылда Тимер Йосоповҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb