Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин арабыҙҙан китте

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин арабыҙҙан китте
Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург һәм публицист Азат Абдуллинды ерләнеләр.
Азат Хаммат улы Абдуллин 1931 йылдың 26 июнендә Ейәнсура районы Үрген ауылында донъяға килә. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында, 1953–1956 йылдарҙа М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтының аспирантураһында уҡый. Башҡорт дәүләт университетында эшләп ала, һуңғараҡ Мәскәүгә күсә.
Әҙәбиәткә Азат Абдуллин 1963 йылда рус шағиры Сергей Чекмарёвҡа арналған "Онотма мине, ҡояш!», драмаһы менән килеп инә. Ул илдең күп театрҙарында сәхнәләштерелә, бер нисә тапҡыр баҫылып сыға.
70-се йылдарҙа Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы авторға киң билдәлелек килтерә. Совет йылдарында был әҫәр Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. 1985 йылда әҙип уның дауамын - «Һуңғы патриарх" драмаһын яҙа.
 
Үҙенең очерктарында ул замандаштарының портреттарын кәуҙәләндерә, тормошто бар ысынбарлығында һүрәтләй.
1984 йылда Азат Абдуллин әҙәбиәт һәм мәҙәниәт тармағы үҫешенә индергән өлөшө, ҡаҙаныштары өсөн «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 2014 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» исеме бирелә. 2016 йылда Өфөлә уның Һайланма әҫәрҙәре баҫылып сыға.
 
Азат Абдуллин Востряков зыяратында ерләнде. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb