Башҡортостандың Милли китапханаһында данлыҡлы яҙыусы Ринат Камалдың “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы менән таныштырыу кисәһе үтте. Унда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары яҙыусының әҫәрҙәре буйынса “тәнҡитселәр ҡоро” үткәрҙе, ижады һәм тормош юлы буйынса материалдар менән танышты.
Кисәлә ҡатнашыусылар 1-се томдағы әҫәрҙәр араһынан VIII класс өсөн мәктәп дәреслектәренә ингән “Таня-Таңһылыу” сентименталь романы, “Бәлә”, “Түңгәк”, “Убыр”, “Ике ғүмер”, “Ят бауыр” ише повестары менән яңынан танышты, автографлы китаптарын һатып алды.
Фото: БР Милли китапханаһынан.