Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғырын тәржемә итеү конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғырын тәржемә итеү конкурсына йомғаҡ яһалды

Республикабыҙҙа башҡорт тәржемәсеһе Марсель Ғафуровтың исеме бирелгән Республика шиғри тәржемә бәйгеһе йыл һайын уҙғарылып килә. Конкурста ҡатнашыусылар берәй башҡорт шиғырына үҙҙәренең урыҫ телендәге тәржемәһен тәҡдим итә: быйыл Зәйнәб Биишеваның «Ни өсөн» тигән шиғырын тәржемәләнде.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Зәйнәб Биишеваның «Ни өсөн» тигән башҡортса шиғырын иң яҡшы тәржемә иткәне өсөн Кушнаренко районынан Ләйсән Ғилметдинова беренсе урын яуланы. Өфө ҡалаһынан Любовь Колоколова – икенсе һәм Кристина Андрианова-Книга өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Зәйнәб Биишеваның һәйкәле янында үтте.

Марсель Ғафуров исемендәге IХ республика шиғри тәржемә конкурсының тамашасы һөйөүе бүләге Октябрьскийҙан Валерий Абдразяковҡа тапшырылды.

Лауреаттарға диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде.

2018 йылда шиғри бәйге юбилейын билдәләргә йыйына һәм конкурс яңы форматта үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb