Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, шағирә, тәржемәсе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 15 ғинуарында (иҫке стиль буйынса – 2 ғинуарҙа) Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған.
Яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Тормошта барыһына ла үҙ аллы өлгәшә. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр. Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы-сатирик Сәғит Агиш та уҡый. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Темәс ауылында уҡытыусы булып башлай. Артабан йәш белгес юллама буйынса Өфөгә уҡырға китә.
Зәйнәб Биишева – революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм күптәре билдәле йыр булып китә.
Яҙыусы Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. Зәйнәп Биишеваның Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан.
Тәүге хикәйәһе 1930 йылда «Пионер» журналында баҫыла. «Партизан малай» тигән тәүге китабы 1942 йылда донъя күрә.
40–60-сы йылдарҙа уның «Көнһылыу», «Сәйер кеше», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Уйҙар, уйҙар…», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла. Төп әҫәрҙәре – «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.