Башҡортостандың йәш артистары һәм билдәле кешеләре «Башҡорт теле йылы» марафонын күтәреп сыҡты

Башҡортостандың йәш артистары һәм билдәле кешеләре «Башҡорт теле йылы» марафонын күтәреп сыҡты

Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда «Башҡорт теле йылы» проекты тураһында һүҙ барҙы.

Билдәле булыуынса, 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип билдәләнде һәм Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды.

«Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәмғиәт ойошмалары халыҡ-ара берләшмәһе башҡарма комитеты ағзаһы Ринат Рамазанов август-декабрь айҙарында үтәсәк «Башҡорт теле йылы» онлайн-марафоны тураһында һөйләп үтте.

Проектың инициатив төркөмөнә Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбәллина, йырсы Заһир Зәйнетинов, E7E media video production studio етәксеһе Батыр Ғәлимов, фотограф Эдуард Дилмөхәмәтов, «Funny Day» балалар байрамдары агентлығынан Алиса Рамазанова, «Феличита» балалар байрамдары агентлығынан Гүзәл Ғаффанова, йәш рэпер Алтынай Вәлитов, Булат Сарбаев (DJ «Хан»), «Бишбармаҡ» оркестрынан Васил Ғафаров инделәр.

Ринат Рамазанов: «Беҙ үҙебеҙҙең проектарға йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә, уларҙы ҡыҙыҡтырырға теләйбеҙ. Башҡорт теле популяр һәм модалы, кәрәкле булырға тейеш. Беҙҙең һәр беребеҙҙең йөрәгендә – туған тел, уны һаҡларға һәм үҫтерергә тигән теләк йәшәй. Шуның өсөн беҙ уны республикабыҙҙа ғына түгел, ситтә лә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға ҡыҙыҡ булған контент булдырырға теләйбеҙ», - тине.

Башҡорт теле йылы тематик йүнәлештәре айҙар буйынса бүленгән. Уларҙың һәр береһе йыл буйына үҫешергә тейеш. Йыл аҙағында йомғаҡтар буйынса иң әүҙем район һәм ҡалалар ҡоролайҙары билдәленәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb