Башҡортостандың йәш йырсылары Ҡазанда уҙған халыҡ-ара фестивалдә еңеүҙәр яуланы

Башҡортостандың йәш йырсылары Ҡазанда уҙған халыҡ-ара фестивалдә еңеүҙәр яуланы

Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында үткән ХVII Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара татар йыры фестивалендә Башҡортостандан бер төркөм йырсылар еңеүҙәргә өлгәште. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Татарстан Республикаһының Салих Сәйҙәшев исемендәге Дәүләт концерт залында фестивалдең Гала-концертында уҙҙы.

«Башҡорт халыҡ йырҙарын иң яҡшы башҡарыусы» номинацияһында Сибай йырсыһы Динар Ғөбәйҙуллин беренсе урынға лайыҡ булды. Конкурста Динар башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман»нды башҡарҙы.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Тимур Рамаҙанов – «Халыҡсан башҡарыу» номинацияһында, Алмас Сирусин – «Камера-концерт йырын башкарыу» номинацияһында һәм Әлфиә Ниғмәтуллина – «Эстрада йыры» номинацияһында II дәрәжә лауреаттары булды.

Октябрьский сәнғәт колледжынан бер төркөм йәш йырсылар ҙа уңышлы сығыш яһаны. «Инструменталь башҡарыу» номинацияһында Линар Шәймөхәмәтов – I, Айбулат Ғиләжетдинов – II урынды, «Халыҡсан башҡарыу» номинацияһында Айнур Исламов III урынға сыҡты.

Гран-при Татарстан дәүләт камера хоры солисты Алмас Хөсәйеновҡа бирелде. Алмас сығышы менән Баймаҡ районының Казанка ауылы егете, Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған.

Шулай уҡ Ҡазан дәүләт консерваторияһы исеменән ҡатнашҡан Өфө егеттәре Павел Шевнин («Татар йыр – башҡа милләт вәкилдәре башҡарыуында» номинацияһында II урын) менән Руслан Ғәббәсов («Камера-концерт йырын башҡарыу» номинацияһында III урын) уңышлы сығыштары менән яҡташтарын һөйөндөрҙө.

Рәсәйҙең төрлө төбәгенән һәм Әзербайжандан 112 кеше конкурста ҡатнашырға теләк белдергән.

Башҡортостандың йәш йырсылары Ҡазанда уҙған халыҡ-ара фестивалдә еңеүҙәр яуланы
Башҡортостандың йәш йырсылары Ҡазанда уҙған халыҡ-ара фестивалдә еңеүҙәр яуланы
Башҡортостандың йәш йырсылары Ҡазанда уҙған халыҡ-ара фестивалдә еңеүҙәр яуланы
Башҡортостандың йәш йырсылары Ҡазанда уҙған халыҡ-ара фестивалдә еңеүҙәр яуланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb