Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Сәйғәфәров вафат

Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Сәйғәфәров вафат

27 майҙа Баймаҡ ҡалаһында билдәле крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы, яҙыусы, хеҙмәт ветераны Әмир Сәйғәфәров 87 йәшендә вафат булды. Был хаҡта "Һаҡмар" ройон гәзите хәбәр итте. 

Әмир Сәйғәфәров - Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы. Ул 1935 йылдың 16 майында Ишбирҙе ауылында тыуған.

Ишбирҙе ете йыллыҡ мәктәбендә, Темәс педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уҡытыусы, башланғыс мәктәп мөдире, мәктәп директоры, район партия комитеты сәркәтибе һәм бүлек мөдире, райсовет башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәт башлығы урынбаҫары, Бөрйән ырыуы ҡор башы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларында эшләй. Ике Почет билдәһе һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре. Беренсе, икенсе, өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты. Тыуған яҡ тарихын тергеҙгән мәҡәләләре республика һәм район гәзиттәрендә донъя күреп тора. 2002 йылда сыҡҡан "Баймаҡский край" китабы өсөн Батыр Вәлид премияһына лайыҡ була.

"Башҡортостандың мәҙәни мөхите" интернет-порталы мәрхүмдең ҡатыны, балалары, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Әмир Зәкир улы башҡарған мөһим эштәр һәм уның тураһындағы яҡты хәтер йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb