2023 йылдың 20 февралендә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайы менән “Башҡортостанда туған телдәрҙә дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы” исемле түңәрәк өҫтәл уҙғара.
Уҙғарыу урыны: Ленин урамы, 4, 1-се ҡат, ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге. Башлана: 15.00 сәғәттә.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтының "Трансляциялар" бүлегендә сараны яҙыу ойоштороласаҡ: http://bashnl.ru/proekty/translyatsii. Яҙма шулай уҡ YouTube-каналына ла һалынасаҡ: https://www.youtube.com/bibliotekavalidi.