27 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында рәссам, график, Рәсәйҙең рәссамдар Союзы ағзаһы Илдар Ғәниевтең Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған күргәҙмәһе асыла. Рәссамдың тәҡдим иткән эштәренең төп фекере – йәш быуынды халҡыбыҙҙың бай әҙәби мираҫы, тәү сиратта, башҡорт эпосының уникаль ҡомартҡылары менән таныштырыу. Халыҡ сәсәндәре аша беҙгә «Ҡуңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» кеүек билдәле әҫәрҙәр килеп еткән. Был эпостарҙа башҡорт халҡының аҡылы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелгән, мөхәббәт һәм тоғролоҡ төшөнсәләре асылған. Илдар Ғәниевтең әҫәрҙәре тамашасыға халыҡ риүәйәттәренең йөкмәткеһен асырға булышлыҡ иткән үҙенсәлекле шиғри мөхит тыуҙыра. Художестволы саралар ярҙамында ул геройҙарҙың яҙмышы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарҙы еткерә, уларҙың дөйөмләштерелгән образдарын тыуҙыра.
Халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген рәссам башҡорт орнаментының традицион варианттарын, төрлө форма һәм материалдар ҡулланып ижад ителгән «Уҡсы тамғаһы», «Орсоҡ» композицияларында сағылдыра.
Бынан тыш, күргәҙмәлә «Урал таштары» серияһынан әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Был картиналар рәссамдың ижади табыштары менән һоҡландыра, романтик һәм эпик характерын тәрәнәйтә.
Музейҙың эш ваҡыты:
шишәмбе-йома : 11:00 - 18:00 (касса 17:00 тиклем);
шәмбе-йәкшәмбе: 11:00 - 17:30 (касса 16:30 тиклем);
дүшәмбе – ял көнө.
Рәсми сайт: museumrb.ru
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-00-31.
«Пушкин картаһы» ғәмәлдә.