Башҡортостандың Милли музейында Александр Матросовҡа арналған күргәҙмә асылды

Башҡортостандың Милли музейында Александр Матросовҡа арналған күргәҙмә асылды

Күптән түгел, 4 майҙа Башҡортостандың Милли музейында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына 75 йыл тулыуға арналған «Батырлығы ғүмергә торошло» тип аталған күргәҙмә асылды.

Туғыҙ тапҡыр Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың ҡаһарманлығын сағылдырған күргәҙмәлә геройҙың фотоһүрәттәре, тарихи документтары менән танышырға мөмкин.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ошондай күргәҙмәләр йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләй,  мәҙәни һәм тарихи мираҫҡа ылыҡтыра. Экспозиция патриотизм, илдең героик үткәненә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға хөрмәт тәрбиәләүгә ҙур роль уйнай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb