Башҡортостандың Милли музейында үткән йылдың көҙөнән алып быйылғы 30 мартҡа тиклем дауам иткән “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлегенән: генеалогик аспект” республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Республикабыҙға һәм уның дәүләт архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сара йәш быуында илһөйәрлек, тарихи-мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уларҙы ғилми-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.
Сара башланыр алдынан конференцияла ҡатнашыусылар, килгән ҡунаҡтар өсөн музей буйлап экскурсия турҙары эшләне, коридор диуарҙарында билдәле шәхестәрҙең шәжәрәләре урын алды.
Конференцияла республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһендә призлы урындар яулаған йәш ғалимдар сығыш яһаны.