Башҡортостандың Милли музейында "Бөрйән бал ҡорто" күргәҙмәһе асыла

Башҡортостандың Милли музейында "Бөрйән бал ҡорто" күргәҙмәһе асыла

1 февралдә Башҡортостандың Милли музейында рәссам Евгения Васильеваның «Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһе асыла.

Юғары кимәлдә интеллектҡа эйә булған Бөрйән бал ҡорто именлек символы булып тора, кешелекте эшһөйәрлеккә һәм әхлаҡи камиллыҡҡа өндәгән изге хайуан образына әүерелә. Бал ҡорто күсе идеаль йәмғиәт өлгөһөн һынландыра, унда һәр кем әлеге ваҡытта бөтә берләшмә өсөн кәрәкле бурысты үтәй. Йәшәү өсөн ҡырыҫ шарттарҙы һайлап, Бөрйән бал ҡорто ҡаты тәбиғи һайлау үткән һәм ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙамлылыҡ, ышаныслылыҡ кеүек ғәҙәти булмаған сифаттар үҫтергән. «Бөрйән бал ҡорто» проекты Башҡортостан тәбиғәте һәм йолалары бирергә һәләтле көс сығанағы хаҡында һөйләй.

Евгения Васильева - Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәй Почёт ордены кавалеры.

 
Проект Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Сәнғәт факультеты, Санкт-Петербургтағы Художество академияһының Ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb