1 февралдә Башҡортостандың Милли музейында ғалим офтальмолог, медицина фәндәре докторы, профессор Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевтың 85 йәшенә арналған «Донъя кимәлендә билдәле ғалим һәм табип» күргәҙмәһе асыла.
Марат Аҙнабаев 1939 йылдың 1 февралендә Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыған сағында уҡ фәнгә һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.
Бөгөнгө көнгә Марат Тәлғәт улы 650-нән ашыу фәнни хеҙмәт, 147 уйлап табыу, патент, шул иҫәптән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә офтальмологтарға яҡшы билдәле 17 монография һәм китап авторы.