Башҡортостандың Милли музейында «Эҙләнеү археологияһы. Һуғыш кешеһенең артефакттары» күргәҙмәһе асыла

Башҡортостандың Милли музейында «Эҙләнеү археологияһы. Һуғыш кешеһенең артефакттары» күргәҙмәһе асыла

15 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте менән берлектә «Эҙләнеү археологияһы. Һуғыш кешеһе артефакттары» күргәҙмәһе асыла. Ул 9 май - Бөйөк Еңеү көнөн байрам итеү сараларында сағыу ваҡиға буласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы бөгөн дә хәҙерге тарих фәненең иң бәхәсле темаларының береһе булып тора. Ул уникаль социомәҙәни феномен булып һынала һәм мәңгелеккә донъяны үҙгәрткән тарихи эпизодтар менән бер рәткә баҫа. Кешелек тарихындағы иң күләмле геосәйәси конфликт материалдары хәҙерге заманда ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

«Эҙләнеү археологияһы. Һуғыш кешеһенең артефакттары» күргәҙмәһе Икенсе донъя һуғышы үткән урындарҙа Башҡортостан эҙәрмәндәре тапҡан артефакттар аша кешенең матди донъяһын сағылдыра.

Бөгөн Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте - илебеҙҙең меңдәрсә вайымһыҙ гражданын һуғыш йылдарында һәләк булғандарҙың исемдәрен асыҡлау эшендә берләштергән үҙенсәлекле социаль феномен.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының археология бүлеге күргәҙмә экспонаттары менән эҙәрмәнде һәр һалдаттың иҫтәлеген мәңгеләштереүсе ирекмән генә түгел, Бөйөк Ватан һуғышының билдәһеҙ биттәрен тулы тикшеренеүсе булараҡ та күрһәтергә теләй. Һәм эҙәрмәндәр эше йылдан-йыл хәрби археология характерын ала бара.

Күргәҙмә экспозицияһының төп өлөшө һалдатты хәрби көндәлек тормошта уратып алған предметтар донъяһын сағылдырған әйберҙәр буласаҡ. Мәҫәлән, снайперша көҙгөһө, ҡаҙанлыҡтар, ҡалаҡтар, һалдат ижады предметтары.

Күргәҙмә көндөҙгө сәғәт 2-лә асыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb