Башҡортостандың Милли музейында «Һуғыш. Еңеү. Хәтер» күргәҙмәһе асыла

Башҡортостандың Милли музейында «Һуғыш. Еңеү. Хәтер» күргәҙмәһе асыла

26 апрелдә Башҡортостандың Милли музейында «Еңеү көнө» байрамы уңайынан «Һуғыш. Еңеү. Хәтер» күргәҙмәһе үҙ ишектәрен аса.

Коллекцияны Өфөлә йәшәүсе Валерий Мальков тәҡдим итә. Күргәҙмәлә Еңеү байрамына, Бөйөк Ватан һуғышының мөһим даталары уңайынан сығарылған эксклюзив сувенирҙар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Еңеү көнөнә арнап сығарылған юбилей миҙалдары, ваҡ пластика, вазалар, сәй сервиздарын күреү мөмкинселеге буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb